Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин арабыҙҙан китте...

Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин арабыҙҙан китте...

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының элекке рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин 73-сө йәшендә арабыҙҙан китте. Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Ниғмәтуллин Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Сибай эшселәр ҡасабаһында (хәҙерге Сибай ҡалаһы) 1946 йылдың 8 декабрендә тыуған.

1979 йылдан алып Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратында яуаплы секретарь була. 1983 йыл — Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы. 1992 йылдан — Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы рәйесе. 1994—1996 йылдарҙа — Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының Юғары координация үҙәге, 1996 йылдан — Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ағзаһы. Р. Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсәне ойоштороусыларҙың береһе.

Быйыл 29 апрелдә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы ултырышында Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин рәсми рәүештә мөфтиәт башлығы вәкәләттәрен һалды. Ваҡытлыса рәйес итеп мөфтөй урынбаҫары, имам Айнур хәҙрәт Бирғәлин һайланды.

Хәҙер республикала 1 300 мосолман мәхәлләһенең 737-һе Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына ҡарай.

Ул Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ордены менән бүләкләнгән.Дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb