«Йәшлек шоу – 2019» фестиваленең Гран-при Хәйҙәр Ибраһимов яуланы

«Йәшлек шоу – 2019» фестиваленең Гран-при  Хәйҙәр Ибраһимов яуланы

14 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Йәшлек шоу – 2019» Республика йәштәр йыр-моң фестивале үтте. Гран-при  Өфө күп профилле профессиональ колледжы студенты, 19-йәшлек Хәйҙәр Ибраһимов яуланы (продюсеры - Илнур Рамаҙанов).

1-се урында – Илнар Ғәниев (продюсеры - Илнур Рамаҙанов), 2-се урында –  Илүзә Иҙрисова (продюсеры Фәрүәз Рафиҡов), 3-се урынды Индира Сибәғәтуллина (продюсеры Ринат Рамаҙанов) һәм Limur (продюсер Scani) бүлештеләр.

Шулай уҡ ошо көндө номинациялар тапшырдылар: «Йыл йырсыһы» - Ләсән Ғалимова һәм Ябай Малай (Йәмил Баймырҙин), «Йыл йыры» – Алтынай Вәлитовтың «Башҡорт сәй эсә» йыры, «Өмөт» – «Бишбармаҡ» төркөмө, «Йыл асышы» – Вилли, «Йыл клибы» – RNT «Ҡорот», «Йыл шоу-проекты» - ZAINETDIN этно-шоу проекты, «Йыл төркөмө» – «Арғымаҡ төркөмө.

«Йәшлек шоу – 2019» фестиваленең Гран-при  Хәйҙәр Ибраһимов яуланы
«Йәшлек шоу – 2019» фестиваленең Гран-при  Хәйҙәр Ибраһимов яуланы
«Йәшлек шоу – 2019» фестиваленең Гран-при  Хәйҙәр Ибраһимов яуланы
«Йәшлек шоу – 2019» фестиваленең Гран-при  Хәйҙәр Ибраһимов яуланы
«Йәшлек шоу – 2019» фестиваленең Гран-при  Хәйҙәр Ибраһимов яуланы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb