«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға миллион һум тапшырыла

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға миллион һум тапшырыла

24-27 августа Өфөлә IV «Көмөш Аҡбҙат» халыҡ-ара кинофестивале уҙа. Ккинофестивалендә Гран-при яулаусыға иҫтәлекле һын һәм миллион һум тапшырыла. Ошо тураһында кисә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы конференц-залында уҙған матбуғат конференцияһында сараны ойоштороусылар журналистар менән осрашты. 

«Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев, директор урынбаҫары Зөһрә Бураҡаева, киностудияның баш мөхәррире Мәғәфүр Тимербулатов, баш режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова, Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитовтан тыш, конференцияла Мәскәүҙәге Ҙур театрҙың милли симфоник оркестр дирижеры Дмитирий Крюков та ҡатнашты.

««Башҡортостан» киностудияһынан режиссер Малик Яҡшымбәтов һәм оператор Ғилуан Әмиров исемендәге приз, ҡала хакимиәтенән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан бүләктәр тапшырыла. Шулай уҡ ике яңы махсус приз булдырылған. Быйыл Әмир Абдразаҡовтың 85 йыллығы билдәләнә, шуға күрә приз 85 мең һум тәшкил итә. Уны режиссерҙың улы, опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов тапшыра. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла үҙенең бүләген әҙерләгән» - тине Юнир Әминев.

Әкиәттәге Аҡбуҙ аттың һыны таштан һәм бронзанан яһалған, уға көмөш ялатылған. Йәшел постамент Урал тауҙарын символлаштыра. Авторы — рәссам Арыҫлан Бикбаев, скульпторы — Салауат Ғәниев. Бүләкләү өсөн 10-дан ашыу һын әҙерләнгән. Улар — төп бүләк тә, иң яҡшы социаль-мотивация фильмдары, этник фильмдар, иң яҡшы режиссер эше, иң яҡшы сценарий, иң яҡшы оператор эше өсөн наградалар ҙа.

Дмитирий Крюков «Көмөш Аҡбуҙат» һәм кино көнө уңайынан Ватан паркында ойошторолған Симфоник төндә уйын ҡоралдары оркестры менән сығыш яһаясаҡ.

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале барышында «Родина» кинотеатрында 48 фильм күрһәтелә. Конкурс программаһында Австралия, Азербайжан, Әрмәнстан, Һиндостан, Ҡытай, Мьянма, Индонезия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Непал, Молдова, Руанда, Үзбәкстан, Франция, Көньяҡ Корея фильмдары тәҡдим ителә. Бөтә эштәр менән дә тиерлек режиссерҙар үҙҙәре таныштыра. Башҡортостан Республикаһынан конкурс программаһында һигеҙ фильм ҡатнаша. Улар — Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән», Роман Пожидаевтың «Ҡар яуғанда», Динара Әбдрәшитованың «Асия», Руслан Юлтаевтың «Кластан тыш дәрес», Фәрзәнә Утарбаеваның «Ҡырағай», Кирстен Гайнеттың «Йортобоҙ ниңә моңһоу», Илдар Ғиләжевтың «Европа көтөр!».

«Быйылғы «Көмөш Аҡбуҙат» етди темаларға арналған фильмдары менән ҡыуандыра, ҙур эш атҡарыла был йәһәттән. Мәҫәлән, Яҡутия көслө картиналары менән һоҡландырырға йыйына», – тине Зөһрә Бураҡаева.

Быйыл кинофестиваль жюрийын театр һәм кино актеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Сергей Шакуров етәкләй. Саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбендә — поляк кинорежиссеры, сценарист һәм продюсер, бик күп халыҡ-ара кинофестивалдәр лауреаты, Венеция кинофестиваленең «Алтын Арыҫлан»ы эйәһе Кшиштоф Занусси, Рәсәй актерҙары Борис Щербаков, Игорь Петренко һәм Владимир Вдовиченков (Мәскәү), «Бөйөк быуат» сериалы йондоҙо Сәлим Байраҡтар (Төркиә).

Әйткәндәй, фестивалде асыу тантанаһы 24 августта 19:00 сәғәттә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. 17:30 сәҙәттә ҡунаҡтар ҡыҙыл келәмдән үтә. Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары, программаға ярашлы, 24-27 августа төрлө халыҡ фильмдары менән бушлай таныша ала. Кинофестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — рәсми сайтта.

Кинофестивалде ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте.

Сығанаҡ: Победителю Международного кинофестиваля "Серебряный Акбузат" достанется 1 миллион рублей

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға миллион һум тапшырыла
«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға миллион һум тапшырыла
«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға миллион һум тапшырыла
«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға миллион һум тапшырыла
«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға миллион һум тапшырыла

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb