Радий Хәбиров М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрының коллективына дәүләт наградалары тапшырҙы

Радий Хәбиров М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрының коллективына дәүләт наградалары тапшырҙы

Бөгөн, 4 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһының башлығы Радий Хәбиров М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрын ҡотланы һәм театрҙың коллективына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Илһөйәр Ғәзетдиноваға, Илдар Ғүмәровҡа, Илдар Сәйетовҡа Дуҫлыҡ орденын тапшырҙылар.

Хөрмәтулла Үтәшев Салауат Юлаев ордены кавалеры булды.

Композитор, театрҙың музыкаль бүлеге мөдире Урал Иҙелбаев һәм актриса Эльвира Юнысова «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» билдәһе менән бүләкләнде.

Гөлнара Әмироваға, Ирек Булатовҡа, Алһыу Ғәлинаға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы».

Актер һәм режиссер Фирҙәт Ғариповҡа, актерҙар Римма Ҡаһармановаға, Артур Ҡунаҡбаевҡа, Руслан Хайсаровҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Әҙәби-драма бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова, тегеү цехы етәксеһе Ия Стародумова һәм театр директоры Иршат Фәйзуллин Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булды.

«Башҡорт театры мәңге йәшәһен», – тине республиканың башлығы.

Һуңынан Радий Хәбиров сәхнәлә коллектив менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/radij-habirov-vruchil-kollektivu-bashkirskogo-dramteatra-immgafuri-gosudarstvennye-nagrady 

Радий Хәбиров М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрының коллективына дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров М.Ғафури исемендәге Башҡорт театрының коллективына дәүләт наградалары тапшырҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb