Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең 100 йыллығы һәм Яҙыусылар союзының 85 йыллығы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең 100 йыллығы һәм Яҙыусылар союзының 85 йыллығы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең – 100, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының 85 йыллығына әҙерләнеү һәм уҙғарыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды. Документҡа ярашлы, ойоштороу комитетын республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров етәкләй. Ойоштороу комитеты юбилей саралары планын әҙерләргә һәм раҫларға, финанслау сығанаҡтарын билдәләргә тейеш.

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында саралар ойошторорға, шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы тантаналы ҡотларға тәҡдим ителде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юбилей йылында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының бинаһы төҙөкләндерелде.

http://www.bashinform.ru/bash/1374633/ 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb