Яңы йыл төнөндә Өфөлә Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр башҡарыусыһы Радик Юлъяҡшиндың концерты була. Уның 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндәге сығышы – «TERRA ZIMA» фестиваленең көтөп алынған ваҡиғаһы. Elvin Grey һәм уның командаһының концерты Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда (Ленин урамы яғынан) Яңы йылды ҡаршы алғандан һуң башлана.