Республика Милли музейында Яңы йыл залы эшен дауам итә

Республика Милли музейында Яңы йыл залы эшен дауам итә

Республика Милли музейында Яңы йыл залы эшен дауам итә. 50-се йылдарҙан һаҡланған 500-ләп шыршы уйынсыҡтары һәм ҡотлау открыткалары.

Ретро-күргәҙмә унда килеүселәргә Советтар Союзы заманындағы байрам һулышын еткерә. Ҡулдан эшләнгән ҡар бөртөктәре, ҡауырһын Ҡарһылыуҙар һәм Ҡыш бабайҙар. Залда шулай уҡ шыршы биҙәүсе ғаиләне һынландырған яңы йыл инсталляцияһы ла ҡуйылған. Былар барыһы ла күргәҙмә ҡунаҡтарын бөтөнләй икенсе ваҡытҡа алып китә. Байрам көндәрендә музейға бушлай инергә мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb