IX «Мисс Башҡортостан — 2020» республика матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы итеүенсә еңеүсегә республика исеменән Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара сибәрлек конкурстарында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.
Конкурсҡа буйы 165 сантиметрҙан ашыуыраҡ, параметрҙары 90-60-90-ға яҡын, кейәүҙә һәм балаһы булмаған 16-25 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла.
Ғаризалар «Мисс Башҡортостан» билдәһе менән Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. почтаһына ҡабул ителә. Шулай уҡ исем-шәрифте, йәште, буйҙы, ҡаланы / районды һәм телефон номерын күрһәтергә, 3-5 фотоһүрәт (портрет һәм буй-һын) беркетергә кәрәк. Фотоһыҙ һәм мәғлүмәтһеҙ ғаризалар ҡаралмай.