Республика һуҡырҙар китапханаһына Мәкәрим Төхвәтшин исеме бирелде

Республика һуҡырҙар китапханаһына Мәкәрим Төхвәтшин исеме бирелде

8 апрелдә Республика һуҡырҙар китапханаһына Мәкәрим Төхвәтшин исеме бирелде.Ошо туралағы күрһәтмәгә Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән.

«Китапханабыҙға оло шәхестең исеме бирелеүе беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй», - ти китапхана директоры Айгөл Әминева.

Әйткәндәй, Мәкәрим Төхвәтшин Брайль системаһы буйынса башҡорт алфавиты авторы.

Республика һуҡырҙар китапханаһы 1935 йылдан алып эшләй. Бөтә Рәсәй һәм Башҡортосан республикаһы кимәлендә үткәрелгән бер нисә конкурста еңеү яуланы, физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың ялын ойоштороуға нигеҙ һалыусы булды. Республика һуҡырҙар китапхана – Брайлер китаптарын текста график һүрәттәр менән биҙәүсе башҡорт, рус, татар телдәрендә мультиаудиокитаптар сығарыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инә.

Һуҡырҙар китапханаһы бөгөн – төрлө ҡоролмаларҙа теркәлгән мәғлүмәт фонды, китапхана эшмәкәрлеге тулыһынса компьютерлаштырылған, берҙем эске селтәр һәм Интернетта веб-сайт булдырылған, күреү һәләте насар хеҙмәткәрҙәр өсөн эш урындары автоматлаштрылған, тейешле тифлокоролмалар менән тәьмин ителгән.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/bashkirskoj-respublikanskoj-specialnoj-biblioteke-dlya-slepyh-prisvoeno-imya-makarima-tuhvatshina 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb