Режиссер Фирғәт Ғарипов «Бомба» премьераһы тураһында…

Режиссер Фирғәт Ғарипов «Бомба» премьераһы тураһында…

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Һеҙҙе шәп тамаша көтә. Бөгөн матбуғат конференцияһында режиссер Фирғәт Ғарипов «Бомба» исемле яңы премьера тураһында һөйләне. Тулыраҡ бында уҡығыҙ: https://kulturarb.ru/ru/news/rezhisser-bashdramteatra-firgat-garipov-o-premere-bomba.

«Бомба» спектакленең авторҙары: рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Вәсил Ғафаров, хореограф – Рәмизә Мөхәмәтшина, видеоинженер – Роман Пожидаев.

Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәдуллина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Азамат Ғафаров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин, Руслан Хайсаров, Айнур Ситдиҡов, Зилиә Хәлилова, Гөлмирә Исмәғилева, Юлиә Асҡарова, Айҙар Шәмсетдинов.

Премьера 26 июндә бер тапҡыр ғына буласаҡ. 19:00 сәғәттә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb