Режиссер Булат Йосопов «Рәми. Шағир көндәлеге» фильмының кинопробаһын тәҡдим итте

Режиссер Булат Йосопов «Рәми. Шағир көндәлеге» фильмының кинопробаһын тәҡдим итте

Булат Йосопов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында «Рәми. Шағир көндәлеге» нәфис фильмының кинопробаһын тәҡдим итте.

«Был роликта мин бөйөк шағир тураһында фильмдың атмосфераһын һәм фактураһын эҙләнем. Был әлегә фильм түгел, был – кинопроба! Шуға ҡаты хөкөм итмәгеҙ,   – тине Булат Йосопов үҙенең социаль селтәрендә.

Фильмдың ижади төркөмө – сценаристар Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы рәссамдар – Рөстәм Баймөхәмәтов, Әлиә Байрамғолова, продюсерҙар – Леонид Филинов, Юнир Әминев, Гөлсәсәк Саламатова. Төп геройҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Ҡунаҡбаев уйнай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәми Ғарипов тураһында фильм — «Беренсе Республика» трилогияһының һуңғы өлөшө. Уға «Бабич» һәм «Беренсе Республика» картиналары инә, өсөнсө өлөшө — «Рәми. Шағир көндәлеге». Трилогия республиканың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә арналған.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/rezhissyor-bulat-yusupov-predstavil-kinoprobu-filma-rami-dnevnik-poeta

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb