Ринат Халиҡов республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Ринат Халиҡов республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова ведомство коллективын профессиональ сәнғәт буйынса яңы урынбаҫар Ринат Халиҡов менән таныштыра.

Ринат Риф улы Халиҡов 1979 йылда Башҡортостандың Ишембай районында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Өфөнөң Ленин районы Балалар ижады үҙәгендә эшләй, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары була.

2015 йылдан — Н.Сабитов исемендәге Балалар музыка мәктәбен, 2018 йылдан Өфө сәнғәт училищеһын (колледжын) етәкләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда республика Мәҙәниәт министрлығында профессиональ сәнғәт блогына Шамил Абдраҡов етәкселек итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb