Рәсимә Ураҡсина исемендәге төбәк-ара шиғри конкурс иғлан ителде

Рәсимә Ураҡсина исемендәге төбәк-ара шиғри конкурс иғлан ителде

Быйыл шағирә, ғалимә, педагог Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тула. Уға арнап Башҡортостанда төбәк-ара шиғри конкурс иғлан ителде.

Әйткәндәй, Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурста Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән мәктәп йәшендәге башҡорт балалары ҡатнаша һәм Башҡорт теле йылына арналған берәр шиғыр ебәрә ала. Әҫәрҙәр шулай уҡ тыуған ил, тыуған ер тураһында, йәнә ирекле темаға ла булыуы ихтимал. Ойоштороусылар итеүенсә, иң мөһиме — башҡорт теленең матурлығы сағылырға тейеш.

Ижад емештәрен түбәндәге адресҡа һалырға кәрәк: rasimaapai@mail. ru. Балаларҙы матур бүләктәр һәм Рәсимә Ураҡсина исемендәге премия көтә. Конкурс 15 сентябргә тиклем бара. Һөҙөмтәләр социаль селтәрҙәрҙә, мәғлүмәт сығанаҡтарында иғлан ителәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb