Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Йыл һайын 25 мартта Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. 

2007 йылдың яҙында Рәсәйҙең шул осорҙағы мәҙәниәт министры А.С. Соколов үҙенең сығышында төбәктәр кимәлендә РФ-ның бер нисә субъектында төрлө ваҡытта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө йәшәп килеүен билдәләй. Ул байрамды дәүләт кимәлендә уҙғарырға һәм уны башҡа һөнәри байрамдарҙан айырыу кәрәклеген әйтә.

РФ Президенты шул уҡ йылдың йәйендә «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө» хаҡында указға ҡул ҡуя. Был көн ошоға тиклем байрамдарын айырым-айырым уҙғарыусы матбуғат, халыҡ-ара һәйкәлдәр, музейҙар, яҙыусылар, театр, халыҡ-ара китап көнө һ.б. хеҙмәткәрҙәре өсөн дөйөм һөнәри байрам көнөнә әүерелде.

Башҡортостанда 14 мең самаһы кеше һөнәри байрамын билдәләй. Мәҙәниәт глобаллашеү осоронда һәр халыҡҡа милли үҙенсәлеген үҫтерергә, традицияларын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.

Мәҙәниәт төрлө халыҡтарҙы, төрлө дин вәкилдәрен күп милләтле дәүләттә берләштергән, үҫештергән бер асыш. Бөгөн Рәсәй кимәлендә мәҙәниәт өлкәһендә 500 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Улар бар көсөн һалып, халҡыбыҙҙың күңел торошон, рухын, гражданлыҡ хистәрен үҫтерергә тырыша.                                                        

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb