Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан һабантуйҙар ойошторола

Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан һабантуйҙар ойошторола

Рәсәй төбәктәрендә халыҡ байрамдары – һабантуйҙар бара. Быйыл улар Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 июндә тәүгеләрҙән булып халыҡ байрамын Һарытау өлкәһендә йәшәүселәр үткәрҙе. 15-16 июндә Ҡурған өлкәһендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында һәм Екатеринбург ҡалаһында һабантуйҙар уҙҙы. Рәсми делегациялар составында республиканың Миәкә, Ҡыйғы, Бүздәк, Салауат, Ишембай, Дүртөйлө райондары вәкилдәре ҡатнашты.

Шулай уҡ республика рәсми делегацияларының халыҡ байрамдарында ҡатнашыуы дауам итә.

29 июндә Ленинград өлкәһендә һабантуй була. Унда Башҡортостандың Ғафури һәм Стәрлебаш райондары вәкилдәре ҡатнаша. Байрам барышында Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Ленинград өлкәһенең Дуҫлыҡ йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә.

29 июндә Һамар өлкәһендә Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы уҙғарыла, Башҡортостандан унда Нуриман районы һәм Учалы филармонияһы ҡатнаша.

6 июлдә Мәскәүҙә, Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында һәм Һамарҙа Хәйбулла, Кушнаренко, Күгәрсен районы, Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашлығында байрамдар ойошторола.

20 июлдә Свердловск өлкәһе Сысерт районында һабантуй була.

27 июлдә Ырымбурҙа һабан байрамы үткәрелә.

Бөтә һабантуйҙарҙа этно-фольклор башҡорт тирмәһен ҡороу, ижади коллективтарҙың сығышы, ҡунаҡтарҙы башҡорт милли ризыҡтары менән һыйлау, халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштороу күҙаллана.

Фотоһүрәт: социаль силтәренән

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb