Салауат драма театры ҡарамағындағы студияла «Ә таңдар бында тыныс» спектакле сәхнәләштерелде

Салауат драма театры ҡарамағындағы студияла «Ә таңдар бында тыныс» спектакле сәхнәләштерелде

Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡарамағындағы студияла «Ә таңдар бында тыныс» спектакленең премьераһы уҙҙы. Борис Васильевтың повесы буйынса ҡуйылған спектакль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды. Ҡуйыусы режиссерҙар – театр актерҙары Рафаэль Ғәйнуллин һәм Рәмзиә Мәҡсүтова. Спектаклдә йәш артистар Дилара Ғәйнетдинова, Камила Сафиканова, Анна Пимонова, Анастасия Осогосток, Йәсмин Әйүпова һәм Глеб Лучшев уйнаны.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡарамағындағы төркөм 2018 йылдың ноябрендә ойошторолған. Студия уҡытыусыһы – театр артисы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура бүлеге студенты Рафаэль Ғәйнуллин. 

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-studii-pri-salavatskom-bashkirskom-dramteatre-sostoyalas-premera-spektaklya-a-zori-zdes-tihie 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb