«Самрау» балалар театр студияһы яңы миҙгелен аса

«Самрау» балалар театр студияһы яңы миҙгелен аса

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры эргәһендә, уңышлы эшләп килгән балалар театр студияһы 3-сө октябрҙән үҙ эшен башлай! Быйылғы йылда «САМРАУ» үҙенең 8-се миҙгелен аса.

Сәхнәлә үҙҙәренең тәүге аҙымдарын яһап өлгөргән балалар ҙа бар. Мәҫәлән, беҙҙең театрҙың репертуарында барған «Февраль. Буран…», «Мулла», «Ҡаһым түрә», «Ике төш», «Ай тотолған төндә», «Шәүрәкәй», «Нәркәс» исемле сәхнә әҫәрҙәрендә ҡатнашалар. Театр йыл һайын ике тапҡыр миҙгелгә йомғаҡ яһап тора.

Әгәр ҙә һеҙ ҡыйыу, ирекле, аралашыусан булырға теләһәгеҙ, беҙгә килегеҙ! 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы саҡырабыҙ! Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр: сәғәт 16.00 — 19.00 тиклем барасаҡ. «Самрау»ҙың етәксеһе – Башҡортостан 

З.Вәлиди урамы, 34.

Бәйләнештә селтәрендә «Самрау» төркөмө https://vk.com/club61312969.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb