Бөгөн танылған башҡорт режиссеры Айрат Абушахманов үҙенең 45 йәшлек юбилейын билдәләй

Бөгөн танылған башҡорт режиссеры Айрат Абушахманов үҙенең 45 йәшлек юбилейын билдәләй

Бөгөн, 20 августта, башҡорт режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Д.Сиразиев исемендәге премия лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов үҙенең 45 йәшлек юбилейын билдәләй.

Абушахманов Айрат Әхтәм улы 1995 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң (курстың художество етәксеһе – Р.В.Исрафилов) ижад юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер булараҡ башлай.

1998 – 2003 йылдарҙа Рәсәй театр сәнғәте академияһының режиссерлыҡ бүлегендә уҡый (курс етәксеһе — П.О.Хомский, педагогы – В.В.Долгачев). Уҡыу осоронда Айрат Абушахманов режиссер ассистенты сифатында Мәскәүҙең Яңы театрында А.Гельман, Р.Роуз, А.Островский, К.Гольдони һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәрен сәхнәгә ҡуйыуҙа ҡатнаша.

2004 йылда А.Абушахманов М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында режиссер булараҡ эш башлай. 2005 – 2012 йылдарҙа һәм 2019 йылдан алып театрҙың баш режиссер вазифаһын башҡара.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталының редакцияһы Айрат Әхтәм улын ысын күңелдән ҡотлай. Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb