Шағирә Тамара Искәндәриә Нур-Солтан ҡалаһында Яҙыусыларҙың халыҡ-ара форумында ҡатнашты

Шағирә Тамара Искәндәриә Нур-Солтан ҡалаһында Яҙыусыларҙың халыҡ-ара форумында ҡатнашты

Башҡорт шағирә Тамара Искәндәриә Нур-Солтан ҡалаһында Яҙыусыларҙың халыҡ-ара форумында ҡатнашты. Тамара Ишбулды ҡыҙына был форумда шулай уҡ Лев Гумилев исемендәге Евразия милли университеты ректоры ҡулынан «Күлтәгин» миҙалын да алыу насип иткән.

«Башҡорт шиғриәтендә яугир-шағир рухы: Урал батыр, Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим» тигән сығышымды конференцияла ҡатнашыусы йәштәр бик оҡшатты. Ғөмүмән, ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә йәштәр бик күп. Аҡыллылар, белемлеләр, талантлылар. Ҡаҙаҡ, рус, инглиз, төрөк телдәрендә иркен һөйләшәләр», – ти шағирә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb