Сибай филармонияһы төҙөкләнә

Сибай филармонияһы төҙөкләнә

«Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһына ярашлы, төҙөлөш башланды. Бынан бер нисә йыл элек Сибай ҡала филармонияһында янғын сығып, бина тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡайны.

Сибай филармонияһы директоры Айбулат Ҡотошев әйтеүенсә, архитектура яғынан филармония үҙенсәлекле. Шуға күрә бинаның тышҡы йөҙө үҙгәрмәй. Әле һикһәнгә яҡын кеше эшкә йәлеп ителгән.

Заманса реконструкцияланған бина йыл башында сафҡа инергә тейеш.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb