Сит ил башҡорттары 2020 йылға ниндәй пландар ҡора?

Сит ил башҡорттары 2020 йылға ниндәй пландар ҡора?

27 декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Bashkir Globe ойошмаһы активистары менән осрашыу үтте. Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова менән Швейцариянан Айһылыу Йәнтүрина-Дарлесс, Гүзәл Усманова-Гобе, Бөйөк Британиянан Айбулат Йәнтүрин, Франциянан Альберт Дәүләтов фекер алышты.

Bashkir Globe сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар менән бергә эш алып бара. Киләһе йылда улар Башҡорт теле йылына ҡарата яңы саралар ойошторорға, студенттарға һәм мәктәп уҡыусыларына халыҡ-ара бөтә донъяға билдәле ойошмалар тураһында һөйләргә йыйына. Әлбиттә, сит ил университетында уҡыған студенттарға ярҙам итеү механизмын да ҡарайҙар. Фольклориада, йыл һайын үтеп барған Женевалағы башҡорт-татар һабантуйы кеүек саралар тураһында ла һүҙ барҙы.

Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb