Социаль селтәрҙәрҙә Башҡорт кейеме флешмобына старт иғлан ителде. Милли кейем көнөнә ҡарата үткәрелә.
«Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытайыҡ», – тинеләр ойоштороусылар.
Шарттар ябай: башҡорт милли кейемендә төшкән фотоһүрәттәрегеҙҙе Бәйләнештә, Фейсбукта йә иһә Инстаграмда #Ҡоролтаймилликейем #КурултайНациональныйкостюм хештегтары менән һалығыҙ. Өҫтөгөҙҙөге кейем ҡайһы ырыу башҡорттарыныҡы, ҡайһы төбәккә хас биҙәктәр менән биҙәлгән-ошо мәғлүмәтте лә яҙырға онотмағыҙ.