Торатау итәгендә «Торатау йыйыны» республика байрамы уҙғарыла

Торатау итәгендә «Торатау йыйыны» республика байрамы уҙғарыла

29 июндә Башҡортостандың Ишембай районы Торатау итәгендә «Торатау йыйыны» республика байрамы уҙғарыла. Сара  көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Ошо көндө сармат батшабикәһе Зарина тураһында реаль тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Сармат вариҫтары» театрлаштырылған тамашаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәт әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәһе, буҙа ҡайнатыусылар конкурсы, спорт ярыштары, милли уйындар, «Сармат алтынын эҙләү» уйыны, балалар уйындары, «Ылаҡ» күрһәтмә сығыштары, «Мәргән уҡсы» һәм башҡалар уҙғарыла.

Киске сәғәт 7-нән байрам ҡунаҡтары өсөн «Арғымаҡ», «Бүреләр», «Ҡурайсы», «Каруанһарай», «Далан», «Бәхетле», «Дан» төркөмдәре, RNT, МС Баш, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм башҡа йондоҙҙар ҡатнашлығында Toratau-party концерты була.

Байрамда 90-сы йылдар башында меңләгән тамашасы йыйған һәм башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә этәргес биргән «Дәрүишхан» төркөмөнөң сәхнәгә ҡайтыуын күрергә мөмкин.«Торатау йыйыны» популяр диджейҙар DJ Khan һәм DJ Fatikh ҡатнашлығында йәштәр дискотекаһы менән тамамлана.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/u-podnozhiya-gory-toratau-sostoitsya-respublikanskij-prazdnik-toratau-jyjyny

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb