Бөгөн Милли йәштәр театры артистары «Ҡыҙ урлау» спектаклдең трансляцияһын тәҡдим итә

Бөгөн Милли йәштәр театры артистары «Ҡыҙ урлау» спектаклдең трансляцияһын тәҡдим итә

Бөгөн 19.00 сәғәттә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдең трансляцияһын театрҙың «YouTube»тағы каналында тәҡдим итә.

Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ, режиссер Илдар Ғиләжев вариантында ваҡиғалар бөгөнгө көндә бара. Сәхнә әҫәре хәйләкәр интригаларға һәм көлкөлө хәлдәргә ҡоролған. Әжмәғол ҡарт тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы юморы менән йәнә көлдөрөр. Ғәҙәттәгесә, Уңғанбикә лә – уның ҡатыны – һәр һүҙен ҡеүәтләп тороп, унан да былайыраҡ ҡыҙыҡлы хәлдәр тыуыуға сәбәпсе булыр. Тамашасы һөйөүен яулаған Дәүләтбай ҙа кешеләр араһында төрлө интригалар ҡороп, комедияның төп геройҙарына әүерелер.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/translyaciya-zapisi-spektaklya-bashkirskaya-plennica-ot-nacionalnogo-molodyozhnogo-teatra-im-mkarima 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb