“Тылсымлы ҡумыҙ” башҡорт иле ҡумыҙсыларының ҙур байрам концерты уҙҙы

“Тылсымлы ҡумыҙ” башҡорт иле ҡумыҙсыларының ҙур байрам концерты уҙҙы

Кисә, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡор дәүләт филармонияһында “Тылсымлы ҡумыҙ” башҡорт иле ҡумыҙсыларының ҙур байрам концерты булып уҙҙы.

Ҡумыҙ моңо, ҡумыҙ сыңы серле һәм тылсымлы моңо менән күңелдәргә дәрт, илһам, шатлыҡ хистәре уята. Устай ғына был музыка ҡоралы донъяның моңон, тауыш тылсымдарын һыйҙырған. 

Ҡумыҙсылар ҡорон ер шарының төрлө илдәрендә башҡорт ҡумыҙын данлаусы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт филармонияһы солисы, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” Миндеғәфүр Зәйнетдинов “Сал быуаттар ауазы” композицияһы менән асты.

Йыраҡ араларҙы яҡынайтып Рәсәйҙең күрше өлкәләренән, республикабыҙҙың күп райондарынан ҡумыҙсыларҙың сәхнәлә сығыш яһауы икеләтә шатлыҡ. Байрам тамашаһын Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова етәкселегендәге Сибай ҡалаһынан “Яугел” халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле дауам итте. 

Сәхнә түрен Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт  хеҙмәткәре Ғәрифә Кудрявая “Оҙон көй” һәм “форт Перовский” көйҙәре менән биҙәне.

Руза Харасова етәкселегендәге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Ҡыпсаҡ ауылынан И.М.Кузнецов исемендәге дөйөм белем биреү мәктәбе янындағы “Балалар ижады үҙәге”нең “Ырғыҙ” беренсе балалар ҡумыҙсылар ансамбле башҡорт халыҡ көйҙәрен яңғыратты.

Пермь ҡалаһынан Радик Ғарипов “Сулман буйы” импровизацияһы, Свердловск өлкәһенән Өфө Шиғире ауылы ҡыҙы Гөлшат Әхмәҙиева “Бөрлөгән” көйө һәм бейеүе менән сығыш яһаны.

Донъя йөҙөндә 150 милләттә ҡумыҙ сәнғәте иҫәпләнә. Австрия, Норвегия, Япония, Америка, Рәсәйҙә, Саха Республикаһында һәм Башҡортостанда ҡумыҙҙа уйнау таралған.

Борондан халыҡ араһында ғына йәшәүсе музыка ҡоралы, бөгөнгө көндә Башҡортостанда музыкаль белем биреү уҡыу йорттарындағы программаларға индерелгән. Ҡумыҙҙа башҡарыу оҫталығы дәрестәрен алып барыусы, Октябрьский ҡалаһының музыка колледжы уҡытыусыһы Алһыу Еникеева башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә һалды.

Республика сараларында сығыштыр яһаусы билдәле музыкант, даны Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләргә лә киң таралған уҡытыусы, М. Мортазин исемендәге, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр” конкурсында еңеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов “Ирәмәл ауазы” импровизацияһын башҡарҙы. Рәис Низаметдинов етәкселек иткән “Сал Урал” төркөмө: Миндеғәфүр Зәйнетдинов, Илдар Шәкир, республика конкурстары лауреаты Зәлиә Ғәниәтуллина һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, думбыра эшләү оҫтаһы, ҡурайсы һәм сәсән Илһам Байбулдин “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосынан “Балҡантау” композицияһын башҡарып барыһын да таң ҡалдырҙы.

 “Тылсымлы ҡумыҙ” байрамының сценарий авторы һәм режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова: “Тылсымлы ҡумыҙ” программаһы - быйылғы ижад миҙгеленең йәнә бер матур күренешенә әүерелде. “Тыуған илем һүнмәҫ хазинаһы” циклына ингән проект  ҡумыҙсылар ҡорон йыйҙы. Киләһе йылда ошо проект сиктәрендә  ҡурайсыларҙы, думбырасыларҙы һәм ҡыл-ҡумыҙсыларҙы,ҡумыҙсыларҙы йыйып оло тамаша уҙғарырға ниәтләйбеҙ”, тигән теләктәр менән бүлеште.

 Күңел һәм рух байрамы ойоштороусы, ял минуттары бүләк итеүсе мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәренә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Киләсәктә лә башҡорт көйө һәм моңо ағылыуҙан туҡтамаһын!

Автор:  Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb