Тынмаһын моңло гармун!

Тынмаһын моңло гармун!

Таңдарҙа гармун уйнаның,
Тирә-яҡ тынып ҡалды.
Гармун моңона тирбәлеп,
Гөлдәрҙән ысыҡ тамды…

Гармун моңон ишеткән һайын Ә. Атнабаевтың ошо шиғыр юлдары иҫкә төшә. Эйе, гармун -халҡыбыҙҙа киң таралған  уйын ҡоралы.Элек-электән һәр бер ауылда гармун моңо яңғырар булған. Йәштәрҙең аулаҡ өйҙәре, киске уйындары береһе лә уйын йырһыҙ, гармунһыҙ үтмәгән. Һуғыш ваҡытында  гармун тарта белеүсе гармун ҡәҙәр генә бәләкәй малай ауылда иң ҡәҙерле зат булған. Иң ауыр ҙа, иң ҡараңғы көндәрҙә лә халыҡ  гармундан айырылмаған.

Бөгөн, 14 декабрь көнө,  Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Уйна, моңло гармун!” проектының концерт тамашаһы булып үтте. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ярашлы уҙғарылды.Йылдан-йыл был байрамдың географияһы киңәйә, быйыл да республикабыҙҙың иң оҫта гармунсылары иҫ киткес, күркәм байрам концерты бүләк итте.

Байрам концертын халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика бәйгеләре лауреаты, Әбйәлил районынан оҫта гармунсы Азат Атанғолов дәртле гармун көйҙәре менән асты. Благовещен районынан Надежда Володина менән Зилә Зарипова гармун һәм ҡайын туҙы ярҙамында дуэт башҡарып тамашасыларҙың  алҡыштарына күмелде.

 Байрамдың иң оло гармунсыһы, 88 йәшлек Йәмил Хәсәнов –Туймазы районынан, ул яңғыратҡан көйҙәр халыҡсанлығы менән айырылып торҙо. Ҡулыңа гармун алдыңмы, уны кире ҡуйыу мөмкин түгел, тиҙәр. Йәмил олатай күрек телдәрен йүнәтеү оҫтаһы ла. 90-ды ҡыуған уҙаман әле һаман дәртен юғалтмаған, һис икеләнеп тормайынса байрам концертында сығыш яһарға ҡарар иткән. 
Йәмил Хәсәнов, конкурста ҡатнашыусы: «Мин гармунда 6 йәштә уйнарға өйрәнгәйнем. Аҙағыраҡ һуғыш башланды. Гармун уйнаусы ағайҙар фронтҡа китеп бөттө. Шаяртып әйткәндә, музыка ҡоралы беҙҙең - балаларҙың ҡулына күсте тиергә лә була. Шунан бирле гармунды ташлаған юҡ».

 Шулай уҡ Әбйәлил районынан килгән йәш гармунсылар, остаздары Азат Атанғолов менән мәктәп уҡыусылары Арсель Ғабдрахманов, Ғәбдинур Баймурзин “Өс таған” триоһын башҡарып халыҡты хайран ҡалдырҙы.

Республикабыҙҙың Күгәрсен районы егеттәре Ришат Бәҙретдинов һәм Рафиҡ Ҡотлоғужин,Мишкә районынан, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Бабичев сығыштары, ысынлап та, башҡарыу оҫталығының юғарылығын күрһәтте.

Бөрө ҡалаһынан Фәтих Ихсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” республика бәйгеһенең Гран-при хужаһы, Геннадий Заволокин исемендәге “Играй гармонь” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Рәил Ғиззәтуллин сығышын халыҡ дәррәү алҡыштарға күмде.

Оло сәхнәләр түрен яулаусы билдәле, оҫта гармунсыларыҙ, аталы-уллы Хәлит һәм Айнур Фәтиховтарҙы белмәгәндәр һирәктер, бөгөн дә улар байрам биҙәгенә әүерелделәр.

Өфө ҡалаһынан Айрат Ғәлиев, Балтас районынан “Моң” тальянсылар халыҡ ансамбле, Саҡмағош районынан Рәис Ҡадраев барыһын да күркәм сығыштары менән әсир итте.

Ә иң дәррәү алҡыштарға Учалы районынан “Аҡ табын” гармунсылар халыҡ ансамбле, Дыуан районынан Ринат Биишев алҡыштарға күмелде. Гармунсыларҙың башҡарыу, көй һайлау үҙенсәлегенең юғары икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтәргә кәрәк.

Гармун моңо ғүмер буйы  халкыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, иң ауыр саҡтарҙа ла күңелен күтәргән, шатландырған,йыуатҡан. Гармун моңо үҙенә буйһондороп, сихри донъяга алып керә, тормош ваҡлыҡтарын, көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора.  Гармун ябай музыка ҡоралы ғына түгел, ә йәне булған, уй кисерештәреңде тойған тоғро дуҫ.

Әйҙә, йәшәһен , гармун! Үткәндәрҙе хәтерләтеп, күңелдәрҙе дәртләндереп һайраһын гармун!

Һүҙемде гармун моңонан башлағайным. Әнғәм Атнабай әйткәнсә, «Моңһоҙҙарҙы уятырға гармундар кәрәк әле, гармундар кәрәк әле!..»

Автор: Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb