Төркиәнең Рәсәйҙәге илсеһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәлен барып ҡараны

Төркиәнең Рәсәйҙәге илсеһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәлен барып ҡараны

23 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуы сиктәрендә Төрөк Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мәхмәт Самсар һәм Төрөк Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Исмет Эрикан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәлен барып ҡараны.

Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова һөйләүенсә, Мостай Кәрим күп кенә төрөк яҙыусылары һәм шағирҙары менән дуҫ булған.

Мостай Кәримдең шиғри йыйынтыҡтары Төркиәлә лә бер нисә тапҡыр нәшер ителгән, тип өҫтәне ул.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb