«Нур» Өфө татар театры «Алло, это счастье?» премьераһын тәҡдим итте

«Нур» Өфө татар театры «Алло, это счастье?» премьераһын тәҡдим итте

Бөгөн, 26 декабрҙә, «Нур» Өфө дәүләт татар театрының Бәләкәй сәхнәһендә Дамир Сәлимҗанов пьесаһы буенса ҡуйылған «Алло, это счастье?» премьераһы үтте.

Лирик комедияһын сәхнәгә театрҙың бар режиссеры, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Байрас Ибрағимов ҡуйҙы. Ҡуйыусылар төркөмдә: рәссам – Ләсән Хөсәйенова, композитор – Лилия Баярс, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмзиә Мөхәммәтшина.

Спектаклдә Башҡортстандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Дамира Сәйетова, Гөлназ Биктимерова, Башҡортстандың атҡаҙанған артисткаһы Резида Зарипова, Чулпан Раянова, Башҡортстандың атҡаҙанған артисткаһы Миңнинур Сәйетова-Гыйззәтуллина, Ленария Хаҗиева, Башҡортстандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Резида Фәхруллина, Айрат Фатыйхов, Айнур Баянов, Марат Хәсәнов, Вадим Хәйруллин, Лилия Таҗетдинова, Ынйы Йосопова катнашалар. 

Премьера тағын 27, 28 декабрҙә уҙа. Билеттар театр ҡассаһында: 8(347)248-95-33. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb