Ҡырмыҫҡалы районында Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған саралар үтә

Ҡырмыҫҡалы районында Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған саралар үтә

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районынында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған саралар үтә.

Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендәге майҙанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәм һауа һуғышының хәрби-тарихи реконструкцияһын күрһәтәләр. Унда генералдың бала сағынан алып һуғыш яланына ингән мәлдәре сәхнәләштерелә. Шайморатов ролен, төрлө йәштәрҙәге мәлен артистар Хөрмәтулла Үтәшев, Руслан Хайсаров, Урал Мортазин башҡара.

Театрлаштырылған тамаша, хәрби йылдарҙың интерактив майҙандары, ат сабышы, «Ылаҡ» милли уйыны ҡаралған. Шулай уҡ билдәле сәнғәт оҫталарының, һәүәҫкәр коллективтарҙың концерты ойошторола.

Данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сараға килгән халыҡ иғтибарына бик күп күргәҙмәләр ҙә тәҡдим ителде.  Яугир кейемдәре, ҡоралдар, эҙләнеү эштәрендә табылған әйберҙәр, дивизия менән бәйле сувенирҙар.

Сығанаҡ: В Кармаскалинском районе проходят мероприятия к 120-летию Минигали Шаймуратова

Ҡырмыҫҡалы районында Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған саралар үтә
Ҡырмыҫҡалы районында Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған саралар үтә
Ҡырмыҫҡалы районында Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған саралар үтә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb