Ҡаҙағастандың Нур-Солтан ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Тыуған яҡ тураһында һөйөү менән» тип аталған фотокүргәҙмә асылды. Вернисаж авторы — Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Людмила Камнева.
Проект «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәниәт ойошмаһы, Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгенең Ҡаҙағстандағы вәкиллеге һәм Ҡаҙағстан халыҡтары Ассамблеяһы ярҙамында ойошторолдо.
Сығанаҡ: В Казахстане открылась фотовыставка уфимской художницы