«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең – өсөнсө көнө

«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең – өсөнсө көнө

Бөгөн, 26 август, Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең өсөнсө көнө башланды.

Тамашасыларҙың 30-ҙан ашыу фильм ҡарау мөмкинлеге булды, улар араһында – «Горячая лепешка» (Үзбәкстан), «Аврора» (Ҡырғыҙстан), «Надо мною солнце светит» (Рәсәй, Саха-Яҡутстан), «Казахское ханство. Золотой трон» (Ҡаҙағстан) һәм «Я спал, когда счастье проходило мимо» (Литва).

Әлеге ваҡытта фестиваль фильмдарын ҡарарға 5 меңләгән кеше килде. Фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары фестиваль тормошонда әүҙем ҡатнаша, Сергей Шакуров етәкселегендәге жюри махсус кинозалдарҙа конкурс программаһын ҡарай, күрһәтелгән картиналарҙың режиссерҙары һәм актерҙары тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирә.

Бөгөн тулы метражлы уйын, ҡыҫҡа метражлы уйын һәм документаль фильмдарҙы күрһәтеүҙең һуңғы көнө. Фестиваль еңеүселәре 27 августа «Торатау» конгресс-холында фестивалде ябыу тантанаһында иғлан ителә. Һәр номинация призёрҙарына бронзанан эшләнгән ҡанатлы ат һыны тапшырыла. Авторҙары – Арыҫлан Бикбаев һәм Салауат Ғәниев. «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале еңеүсеһенә лә иҫтәлекле статуэтка һәм миллион һум бирелә.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-kinoteatre-rodina-podhodit-k-koncu-vtoroj-den-mezhdunarodnogo-festivalya-serebryanyj-akbuzat 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb