Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала атаҡлы шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы, дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы кисә үтте. Сарала Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы, 44-се мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
Кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаттары Фәрзәнә Аҡбулатова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Лариса Абдуллина, Алмас Шаммасов, «Бабич» фильмының сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова, актерҙар Илгиз Таһиров, Радмир Абдуллин, Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин ҡатнашты. Улар Шәйехзада Бабич тормошо, яҙмышы, эшмәкәрлеге тураһында һөйләнеләр.