Ырымбур башҡорттары Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын һәм «Каруанһарай» өлкә башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуына 30 йыл тулыуын билдәләй. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Призидиумы ағзаһы Ғаяз Зарипов, ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары һәм Башҡортостандан башҡа ҡунаҡтар ҡатнаша
Байрам бөгөн Ырымбур ҡалаһында «Милли ауыл» комплексында үтә. Программала Ырымбур өлкәһе ҡала һәм райондарының һәм Башҡортостандың ижади коллективтары ҡатнашлығындағы концерт, күргәҙмәләр, спорт ярыштары, уйын һәм конкурстар ҡаралған.