Өфөнөң Еңеү паркында Китап кәштәһе менән таныштырыу уҙҙы

Өфөнөң  Еңеү паркында Китап кәштәһе менән таныштырыу уҙҙы

15 августа Өфөнөң Еңеү паркында Китап кәштәһе менән таныштырыу уҙҙы. Уның инициаторы —  «Российская газета» баҫмаһының Өфө филиалы редакцияһы.

Бәләкәй генә ағас өй хәрби техника янындағы майҙансыҡта урынлашҡан. Ул урындағы интерьерға тап килеп тора.

Баҫмала белдереүҙәренсә, «РГ» мәғариф проекты республиканың Урман хужалығы министрлығы, Өфө урман-техника техникумы һәм баш ҡаланың Орджоникиджзе районы хакимиәте белгестәре булышлығында тормошҡа ашырылған. Урман-техника техникумының балта оҫтаһы Марат Ялаев ҡыҫҡа ваҡыт эсендә классик әҫәрҙәр, «РГ» журналистары китаптары, шулай гәзиттең һәм «Родина» журналының яңы һандары өсөн ағастан күркәм кәштә яһаған.

Теләгән һәр кем үҙенә оҡшаған китапты йәки журналды алып уҡый ала. Иң мөһиме, алмашҡа икенсе китап ҡалдырырға онотмаҫҡа кәрәк.

Сығанаҡ: В парке Победы прошла презентация Книжной полки

Өфөнөң  Еңеү паркында Китап кәштәһе менән таныштырыу уҙҙы
Өфөнөң  Еңеү паркында Китап кәштәһе менән таныштырыу уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb