Махсус китапханала Ш. Бабичтың тыуыуына 125 тулыу айҡанлы әҙәби кисә үткәрелде

Махсус китапханала Ш. Бабичтың тыуыуына 125 тулыу айҡанлы әҙәби кисә үткәрелде

14 ғинуарҙа Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханала Ш. Бабичтың тыуыуына 125 тулыу айҡанлы әҙәби кисә уҙҙы .

Ш. М. Бабич 1895 йылдың 2 ғинуарында Дүртөйлө районы Әсән ауылы мулла ғаиләһендә тыуған. Тәүге белемен атаһында ала. 1910 йй. ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта. 1911-16 йй. Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1917 йылдың көҙөндә башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла. Үкенескә күрә, ҡанлы Граждандар һуғышының ҡорбанына әйләнә. 1919 йылдың 28 мартында типография күсереп алып барған мәлдә Йылайыр районында үлтерелә.

Китапханасылар ҡунаҡтарға шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләнеләр. Уҡыусылар уның башҡорт һәм рус телендә шиғырҙарын уҡынылар. «Бабич» фильмынан өҙөк ҡаранылар.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-respublikanskoj-specialnoj-biblioteke-proshyol-literaturnyj-vecher-k-125-letiyu-shajhzady-babicha

Махсус китапханала Ш. Бабичтың тыуыуына 125 тулыу айҡанлы әҙәби кисә үткәрелде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb