Республикала тәүге тапҡыр «Туймазы-фест» этнофестивале уҙҙы

Республикала тәүге тапҡыр «Туймазы-фест» этнофестивале уҙҙы

Туймазы ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркында I «Туймазы-фест» асыҡ этнофестивале уҙҙы. Сара 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына һәм Башҡортостостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды.

Парк амфитеатрында Туймазы районында йәшәгән төрлө халыҡтарҙың: башҡорт, рус, татар, сыуаш, украиндарҙың ижади коллективтары-вәкилдәре туған телендә сәләмләү һәм концерт номеры менән сығыш яһаны. «Туймазы-фест» этнофестиваленә күрше райондарҙан — Шаран районынан мариҙар, Октябрьский ҡалаһынан башҡорттар һәм татарҙар ҙа ҡушылды.

Парк биләмәһендә ҙур этно-күргәҙмә ойошторолдо, унда Туймазы районы, шулай уҡ Өфө һәм Октябрьский ҡалалары, Дәүләкән, Шаран райондары биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының эштәре тәҡдим ителде.

Ҡала халҡы азербайжан һәм үзбәк-тажик милли аш-һыуынан ауыҙ итте. Тирмән янында башҡорт тирмәһе ҡоролдо һәм «Шәжәрә» күргәҙмәһе эшләне.

«Туймазы-фест» этнофестивале барышында Туймазы районы хакимиәте мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы» юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

Тулыраҡ: В республике состоялся I Открытый этнофестиваль "Туймазы-фест"

Республикала тәүге тапҡыр «Туймазы-фест» этнофестивале уҙҙы
Республикала тәүге тапҡыр «Туймазы-фест» этнофестивале уҙҙы
Республикала тәүге тапҡыр «Туймазы-фест» этнофестивале уҙҙы
Республикала тәүге тапҡыр «Туймазы-фест» этнофестивале уҙҙы
Республикала тәүге тапҡыр «Туймазы-фест» этнофестивале уҙҙы
Республикала тәүге тапҡыр «Туймазы-фест» этнофестивале уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb