Республикабыҙҙа «Салауат йыйыны» уҙҙы

Республикабыҙҙа «Салауат йыйыны» уҙҙы

29 июндә Башҡортостан Республикаһында Салауат районында «Салауат йыйыны» үтте. Быйыл фольклор байрамы милли батырыбыҙҙың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналды.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам барышында бер нисә сара планлаштырылған. Мәҫәлән, «Салауат әйтеше» конкурсы еңеүселәре билдәләне. Ул социаль селтәрҙә март айында башланды, 1 июнгәсә барҙы. «Салауат йыйыны батыры» конкурсы 18 – 27 йәшлектәр араһында уҙғарылды. Улар үҙенең кейеме хаҡында һөйләргә, шәжәрәһен, ырыуы батырҙарын, тамғаһын, ҡошон, ағасын, оранын һ.б. белергә, халыҡ йырын башҡарырға (ҡобайыр, оҙон көй), ҡурай йәки башҡа башҡорт милли музыка ҡоралында уйнанылар. Шулай уҡ ярыш төрҙәрендә Салауат Юлаевтың шиғырҙарын ятлау, халыҡ бейеүен башҡарыу, милли көрәш, уҡ атыу булды. Байрам тарихында тәүге тапҡыр еңеүсегә ысын башҡорт аты тапшырылды.
Йыйын программаһына «Салауат уғы» асыҡ район турниры, тирмәләр конкурсы, «Көмөш өҙәңге» күргәҙмә-йәрминкәһе ингән. 

Ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сәсәндәр үҙәге, Салауат районы хакимиәте.

Тулыраҡ бында: https://kulturarb.ru/ru/news/v-salavatskom-rajone-sostoyalsya-prazdnik-salauat-jyjyny 

Республикабыҙҙа «Салауат йыйыны» уҙҙы
Республикабыҙҙа «Салауат йыйыны» уҙҙы
Республикабыҙҙа «Салауат йыйыны» уҙҙы
Республикабыҙҙа «Салауат йыйыны» уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb