Театр декадаһының программаһы

Театр декадаһының программаһы

30 ғинуарҙан 11 февралгә тиклем Өфөлә театр декадаһы үтә. Республика театрҙарының иң сағыу тамашаларын күрергә була. Өфөгә Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Салауат ҡалаларының ижади коллективтары килергә йыйына. Өфө театрҙарында уҙған йылдарҙағы уңышлы спектаклдәр, яңы ҡуйылған проекттар күрһәтелә.

Театр декадаһының программаһын тәҡдим итәбеҙ:

Театр декадаһы «Батырҙарҙы данлар илем бар» музыкаль драмаһы менән асыла. 30 ғинуарҙа Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры тамашасыларҙы киске сәғәт 7-гә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына саҡыра. Драма Башҡортостандың 100 йыллығына һәм шағир, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуына арнала.

1 февраль 12:00 һәм 14:00 сәғәттә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тарафынан «Салтан батша хаҡында әкиәт» спектаклен ҡарай алаһығыҙ. Ошо уҡ көндә Милли йәштәр театры сәхнәһендә Туймазы татар драма театрының «Ауыл адвокаттары» спектаклен тәҡдим итә. Башлана киске 6-ла.

2 февралдә 12:00 һәм 14:00 сәғәттә Башҡорт ҡурсаҡ театры премьера менән сығыш яһай – «Алиса мөғжизәләр илендә» спектакле ҡуйыласаҡ.

Сибай башҡорт дәүләт драма театры ике әҫәр күрһәтәсәк – 3 февралдә 19:00 сәғәттә «Нур» Өфө дәүләт татар драма театрында «Башмаҡтар» спектакленең премьераһы әҙерләнһә, 4 февралдә 11:00 һәм 13:00 сәғәттә Миллә йәштәр театры сәхнәһендә «Үгәй ҡыҙ» әкиәтен уйнайҙар.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы 6 февралдә19:00 сәғәттә  «Нур» театры сәхнәһендә «Иҙеүкәй» спектаклен тәҡдим итә, ошо уҡ театрҙа 7 февралдә Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе «Ай тотолған төндә» спектаклен күрһәтәсәк. Шулай уҡ 7 февралдә  Милли йәштәр театрының рус труппаһы «Я – кулак. Я А-Н-Н-А» спектакле менән сығыш яһай. Башлана киске 7-лә.

Театр декадаһы 11 февралдә 19:00 сәғәттә Стәрлетамаҡ рус драма театры «Севильский цирюльник» комедияһы менән тамамлай.

Театр декадаһының программаһы
Театр декадаһының программаһы
Театр декадаһының программаһы
Театр декадаһының программаһы
Театр декадаһының программаһы
Театр декадаһының программаһы
Театр декадаһының программаһы
Театр декадаһының программаһы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb