Өфөлә Башҡортостан фоторәссамдары союзы ағзаһы Юрий Астафьевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Башҡортостан фоторәссамдары союзы ағзаһы Юрий Астафьевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөлә ҡала үҙәк китапханаһында Башҡортостан фоторәссамдары союзы ағзаһы Юрий Астафьевтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Ижади күргәҙмәлә башлыса Башҡортостандың күркәм тәбиғәте, урындағы халыҡтың көнкүрешен сағылдырған әҫәрҙәр урын алған.

«Был фотоһүрәттәр аша тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығын күрһәтергә теләнем. Уларҙа Урал төйәгенең күркәм урындарға бай икәнлеге күренә. Күргәҙмәгә бынан ун йыл элек үк һәм быйыл ғына төшөрөлгән һүрәттәремде лә ҡуйҙым», - тине Юрий Астафьев.

Күргәҙмә 27 июлгә тиклем эшләй.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-otkrylas-personalnaya-vystavka-fotohudozhnika-yuriya-astafeva

Өфөлә Башҡортостан фоторәссамдары союзы ағзаһы Юрий Астафьевтың шәхси күргәҙмәһе асылды
Өфөлә Башҡортостан фоторәссамдары союзы ағзаһы Юрий Астафьевтың шәхси күргәҙмәһе асылды
Өфөлә Башҡортостан фоторәссамдары союзы ағзаһы Юрий Астафьевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb