Өфөлә «Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән 2019» фотокүргәҙмәһе эшләй

Өфөлә «Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән 2019» фотокүргәҙмәһе эшләй

Башҡортостан Милли музейында «Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән» фотокүргәҙмәһе бара. «Башҡортостан — Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» халыҡ-ара акцияһы йомғаҡтары буйынса ойошторолған фотокүргәҙмә 2020 йылдың ғинуар аҙағына тиклем дауам итә.

Был проект республикала 1990 йылдан алып эшләй. 2019 йылдың июнендә Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында республика Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Фоторәссамдар союзы һәм В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йорто булышлығында акция 29-сы тапҡыр уҙғарылды. Проектты ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда донъяның төрлө илдәренән һәм Рәсәй төбәктәренән фоторәссамдар булып китте. Былтыр проект Ҡаҙағстан, Көньяҡ Корея, Перу, АҠШ, Мәскәү, Силәбе, Татарстан һәм Башҡортостан фоторәссамдарын йыйҙы, ә уның маршруты Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары буйлап үтте. Ошо сәфәрҙән фоторәсемдәр «Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән 2019» күргәҙмәһе экспозицияһына индерелде. Фотоһүрәттәр авторҙары араһында: Светлана Комкова (Башҡортостан), Вадим Мөҙәрисов (Ҡаҙағстан), Хан Мо Ян (Көньяҡ Корея), Чан Хи Ли (Көньяҡ Корея), Хеок Лим (Көньяҡ Корея), Дмитрий Иванов (Мәскәү), Рәйеф Баҙыҡов (Башҡортостан), Рензо Гранде (Перу), Гөлнара Самойлова (АҠШ), Рифҡәт Яҡупов (Татарстан), Виталий Воронин (Силәбе), Илфир Исламғәзин (Башҡортостан), Тамара Андреева (Башҡортостан) һәм башҡалар.

Өфө ҡалаһы, Советская урамы, 14.

Өфөлә «Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән 2019» фотокүргәҙмәһе эшләй
Өфөлә «Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән 2019» фотокүргәҙмәһе эшләй
Өфөлә «Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән 2019» фотокүргәҙмәһе эшләй
Өфөлә «Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән 2019» фотокүргәҙмәһе эшләй
Өфөлә «Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән 2019» фотокүргәҙмәһе эшләй
Өфөлә «Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән 2019» фотокүргәҙмәһе эшләй

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb