Өфөлә «Блокада икмәге» акцияһы уҙғарыла

Өфөлә «Блокада икмәге» акцияһы уҙғарыла

27 ғинуарҙа – Ленинград ҡамауын өҙгән көндә – Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында «Блокада икмәге» республика акцияһы уҙғарыла.

Башҡортостан мәктәптәрендә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында тематик радиолинейкалар була. Ленинград ҡамауы ҡорбандары иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә. Һуңынан ошо акцияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың обелисктарына сәскәләр һалырға, уларға иҫтәлекле дата символы – листовка менән «блокада икмәге» бирелергә тейеш. Эҙәрмән отрядтары  һәм тарихи реконструкция клубтары «блокада икмәге»н таратыу урындарында 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград ҡамауын өҙөүгә бағышланған күргәҙмәләр әҙерләй. Бынан тыш, 27 ғинуарҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар, Ленинград блокадаһына арналған фильмдар ҡарау, шулай уҡ Ленинград ҡамауында ҡатнашыусылар менән видеоконференциялар үткәреү күҙаллана.

«Блокада икмәге» акцияһын ойоштороусылар – «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәһе, Башҡортостандың йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәге, «Юнармия»ның төбәк штабы.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-sostoitsya-akciya-blokadnyj-hleb 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb