Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды

Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында VIII-XI класс уҡыусылары араһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды. 

Олимпиадала 395 егет һәм ҡыҙ ҡатнаша. Шул иғтибарға лайыҡ, республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан тыш, Силәбе, Ырымбур өлкәһенән дә балалар килгән. 

Ойоштороусылар итеүнсә,  быйыл ҡатнашыусылар өсөн яңылыҡ бар – «Башҡорт телен пропагандалау буйынса уҡыусыларҙың проект эш»тигән теманы яҡлай. Улай ғына ла түгел, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада федераль олимпиадалар исемлегенә индерелгән. Етмәһә, Өфө ҡалаһының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләгән олимпиада еңеүселәренең дөйөм балына өҫтәмә балл ҡушыла. 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада 11 ғинуар тамамлана.

 

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-startovala-mezhregionalnaya-olimpiada-po-bashkirskomu-yazyku-i-literature 

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb