Өфөлә «TERRA ZIMA» яңы йыл фестивале үтә

Өфөлә «TERRA ZIMA» яңы йыл фестивале үтә

2019 йылдың 31 декабренән 2020 йылдың 5 ғинуарына тиклем Өфөлә «TERRA ZIMA» тип аталған яңы йыл фестивале үткәрелә. Тәүге тапҡыр ул былтыр уҙҙы һәм  бер нисә мең кешене йыйҙы.

Был юлы фестиваль ике майҙансыҡта – «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексы, «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәләрендә уҙғарыла. Ойоштороусылар фестиваль ҡунаҡтары өсөн бик ҙур байрам программаһы әҙерләгән. «TERRA ZIMA» ҡышҡы көндәрҙең иң ҡыҙыҡлы ваҡиғаһы булырға вәғәҙәләй. Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта танышырға мөмкин.

Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәте, «Аркада» идара итеү компанияһы, «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексы.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-vnov-projdet-masshtabnyj-novogodnij-festival-terra-zima 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb