Өфөлә «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы тамамланды

Кисә, 14 ғинуарҙа, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы тамамланды.

2020 йылдың 14 ғинуарында 300 метрҙан ашыулыҡ дөйөм Дуҫлыҡ сылбырына һуңғы ҡулса йәбештерелде. Шунан һуң 300 бала, концерт залының ижади коллективтарында ҡатнашыусылар, «Башкортостан» дәүләт концерт залы майҙанында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры»н һуҙҙы. Флешмоб концерт залы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вилдан Яруллин йыр менән тамамланды.

Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров башлап еберҙе. «Башҡортостан» концерт залына килеүселәр бер нисә аҙна буйына теләһә ниндәй телдә дуҫлыҡ һәм изгелек тураһында һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙ ҡулсалар йәбештерҙе. Яңы йыл шыршыларында ҡатнашыусылар акцияла ихлас ҡатнашты.

Әйткәндәй, флешмоб «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе булышлығында уҙғарыла. Ойоштороусыларҙың маҡсаты – республикала Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү.

Тулыраҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-zavershilas-akciya-novogodnyaya-cepochka-druzhby

Ирина Шәмсетдинова фотолары

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

Разработка сайта - HunterWeb