Владимир Путин М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт музейы хеҙмәткәрҙәрен музейҙың 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

Владимир Путин М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт музейы хеҙмәткәрҙәрен музейҙың 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

5 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәрҙәрен музейҙың 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. Дәүләт Башлығының телеграммаһы Кремль сайтында донъя күрҙе.

«Музейға яҡташығыҙ – мәшһүр рәссам, энтузиаст Михаил Васильевич Нестеров нигеҙ һалған. Ул тыуған ҡалаһына үҙенең, шулай уҡ башҡа бик күп талантлы оҫталарҙың үҙенсәлекле ижади эштәренән торған бай коллекцияһын бүләк иткән», – тиелә ҡотлауҙа.

Президент әйтеүенсә, тап Нестеров йыйған коллекция «музейҙағы бай экспозицияның нигеҙен тәшкил итә». Түңәрәк дата – Өфөнөң һәм бөтә Башҡортостандың мәҙәни тормошонда иҫтәлекле ваҡиға, тип билдәләй Президент. «Бик күп быуын хеҙмәткәрҙәрҙең юғары компетентлығы, һоҡланғыс һөнәри йолалар һөҙөмтәһендә музей сәнғәт һөйөүселәр араһында лайыҡлы абруйы ҡаҙана, ә уның фондтары өр-яңы ҡыҙыҡлы экспонаттар менән байыҡтырыла», – тине Владимир Путин.

Дәүләт Башлығы учреждение коллективына һөнәри уңыштар һәм художестволы, рухи, тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыу буйынса һөҙөмтәле эш теләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb