Яңы 2020 йыл менән ҡотлау

Яңы 2020 йыл менән ҡотлау

Ҡәҙерле яҡташтар!

Декабрҙең һуңғы эш көнө аҙағына яҡынлаша.

Йыл дауамында беҙ күп эшләнек, электән йыйылып килгән мәсьәләләрҙе һәм, әлбиттә, ваҡыт ҡуйған яңы һорауҙарҙы хәл итергә тырыштыҡ. Иң мөһиме, көнәркәшле, йылдам үҫешкән заманда Башҡортостан өсөн яңы йүнәлеш билдәләнек. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер маҡсаттарға ирешә алмауыбыҙҙы таныйбыҙ, уны һис йәшермәйбеҙ һәм ҙур өмөттәр менән алға ҡарайбыҙ.
  
Мин тулы ышаныс менән белдерә алам – республикабыҙ бай, кешеләр етеш йәшәһен өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар. Бының өсөн берҙән-бер шарт – һәр кем үҙ урынында ғәҙел эшләргә тейеш. 

Бөгөн мин һеҙгә үҙемдең эш кабинетымдан мөрәжәғәт итәм. Йыл дауамында тап ошо бүлмәлә үҙемдең коллегалар менән республика тормошона бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында бик күп кәңәшмәләр үткәрҙем. 

Ошо бүлмәлә коллегаларыма нимәлер дәлилләнем, уларға маҡсат ҡуйҙым, әрләнем, маҡтаған ваҡыттарым да булды. Сөнки 2019 йылда беренсе һәм төп бурыс тип үҙемдең команданы уятып ебәреүҙе билдәләнем, сөнки чиновниктар кешеләр менән ихлас, ысын күңелдән эшләүен теләнем.

Яуапһыҙ һәм ҡаты бәғерле кешеләр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтендә эшләргә тейеш түгел. Ҡайһы берәүҙәр минең ошо талабымды аңламаны – улар менән беҙгә хушлашырға тура килде.

Ошо кабинетта инвесторҙар менән бик күп осрашыуҙар үткәрҙек. Бары тик иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп иткәндә генә яңы хеҙмәт урындары булдырырға, хеҙмәт хаҡын лайыҡлы кимәлгә күтәререгә, Башҡортостан үҫешен тәьмин итергә мөмкин. Быйыл республикаға йәлеп ителгән инвестиция күләменең 15 процентҡа артыуы – тап ошо эштең һөҙөмтәһе.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Мин яҡшы беләм – һеҙҙе хеҙмәт хаҡы, социаль түләүҙәрҙең түбән булыуы, насар юлдар, ихата һәм подъездар, мәктәп һәм спорт залдары етмәүе борсой. Беҙ эҙмә-эҙлекле ошо мәсьәләләр буйынса эшләйбеҙ. Уларҙы мотлаҡ хәл итәсәкбеҙ.

2019 йылда ғына уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорттары, спорт залдары һәм ФАП-тар төҙөнөк. Алдағы йылдарҙа ла бик күп социаль объекттар төҙөйәсәкбеҙ тип ышандырам.  

Ҡәҙерле дуҫтар!

Минең өсөн Башҡортостан – ул ҙур бер ғаилә. Беҙҙә тыныс, изге күңелле, асыҡ, ихлас кешеләр йәшәй. Һеҙҙе лайыҡлы тормош менән тәьмин итеү – минең өсөн төп саҡырыу һәм эшемдең мәғәнәһе. Тыуып килгән Яңы йыл һәр бер ғаилә өсөн бәхетлерәк булыуын теләйем. Шуға ирешеү өсөн Хөкүмәт менән бергәләп бөтә көсөбөҙҙө һалып эшләйәсәкбеҙ.

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb