Ырыбурҙа Рауил Бикбаевҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылған

Ырыбурҙа Рауил Бикбаевҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылған

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың элекке депутаты, филология фәндәре докторы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рауил Бикбаевтың тыуған ауылы Ғәбдрафиҡта хәтер көнө уҙҙы һәм таҡтаташ асыу тантанаһы ойошторолдо.

Уҙған сарала Зәки Әлибаев, Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтар, Фәрзәнә Аҡбулатова, Фәнил Бүләков, Мөнир Ҡунафин, Нурислам Ҡалмантаев, Ислам Төхвәтуллин, шағирҙың ғаиләһе – Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы, Артур, килене, ейәндәре һәм яҡташтары ҡатнашты. Ә Кичкасс ауылында Рауил Бикбаевтың тормошона һәм ижадына бағышланған «Халҡыма хат» фильмы (режиссер Радик Килмәмәтов, сценарийҙың авторы – Сәлимә Батисова) күрһәтелде.

Фотоһүрәт социаль селтәренән.

Ырыбурҙа Рауил Бикбаевҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылған
Ырыбурҙа Рауил Бикбаевҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылған
Ырыбурҙа Рауил Бикбаевҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылған

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb