Ырымбур өлкәһенең билдәле башҡорттары тураһында энциклопедия баҫмаға әҙерләнә

Ырымбур өлкәһенең билдәле башҡорттары тураһында энциклопедия баҫмаға әҙерләнә

Ырымбур өлкәһенең билдәле башҡорттары тураһында энциклопедия баҫмаға әҙерләнә. Бының турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре осрашыуында билдәле булды.

Баҫмаға әҙерләнгән энциклопедия тураһында күберәк осрашыуҙың делегаты, энциклопедия төҙөүсеһе Фәнил Ишбулатов.

«Былтыр Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған Ырымбур өлкәһенең билдәле башҡорттары тураһында энциклопедия эшләргә теләнек. Ҙур эҙләнеү эштәре башҡарҙыҡ. Бер йыл эсендә 150-170 шәхес тураһында биографик материал йыйҙыҡ, фотоһүрәттәр таптыҡ. Ошо көндәрҙә текстты йыйыуҙы башлайбыҙ, техник яҡ ҡына ҡалды» — тине ул.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb