Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы рус телендә яҙҙырылды

Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы рус телендә яҙҙырылды

Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы рус телендә Санкт-Петербург актерҙары тауышы менән яҙҙырылды. Фильмдың тауыш режиссеры һәм уны ҡабаттан яҙҙырыусы – Владимир Сухарев.

Киң тамашасы өсөн премьера сентябргә билдәләнгән, һуңынан картина прокатҡа сыға. Бәлки, быға тиклем тамашасылар фильмды фестивалдәрҙә ҡарай алыр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә күренекле яҙыусы Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған юбилей сараларында ҡатнашыусыларға уның повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы күрһәтелде.

Фильмдың режиссеры – билдәле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров («Өфөнән һөйөү менән», «Еңмеш», «Әсе бал», «Пилорама», «Әсә»), сценаристар — Айҙар Аҡманов, Мәғәфүр Тимербулатов, Дамир Йосопов, композитор — Камил Абдуллин. Картинала башҡорт театрҙарының танылған актерҙары Азат Йыһаншин, Вәкил Йосопов, Тәнзилә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Гөлшат Ғайсина, Айһылыу Йомағолова һәм башҡалар уйнай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb