Һамар өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы

Һамар өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы

6-7 июлдә Һамар өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы.

6 июлдә, был сара сиктәрендә, Һамар ҡалаһында һәм башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа бейеү, йыр, ҡурайҙа өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Программала шулай уҡ милли кейем һәм биҙәүестәр, халыҡ аштары күргәҙмәһе, Башҡортостандан килгән сәнғәт оҫталары менән Һамар өлкәһе фольклор коллективтарының концерты ла ҡаралған. 

«Һамар йәмәғәтселәренең башҡорттарҙы берләштереү буйынса эше хайран ҡалдыра. Өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙ үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған, тарихты, ошо төбәктән сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе өйрәнеү өсөн күп көс һалалар. Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре иһә һамар башҡорттары өсөн ҙур һәм мөһим ваҡиға», – тине Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева. 

7 июлдә милли мәғарифты үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн милли биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb